Новости
10 Августа 2021, 09:49

Хәл хәүефле ҡала

Асҡар үҙәк район дауаханаһы мәғлүмәте буйынса коронавирус инфекцияһына бәйле хәл хәүефле ҡала.

Асҡар үҙәк район дауаханаһы мәғлүмәте буйынса коронавирус инфекцияһына бәйле хәл хәүефле ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауырыу йоҡтороусылар һаны кәмемәй, балалар һәм ауырлы ҡатындар араһында сирләүселәр асыҡлана. Ҡыҙыл зонаға көнөнә йөҙҙән ашыу кеше ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Ауыр хәлдәгеләр Белорет, Өфө дауаханаларына оҙатыла. Республикала бөтәһе 839 кеше коронавирустан вафат булған, уларҙың 671-е 60 йәштән уҙған ололар. 9 авгусҡа ҡарата район буйынса 42 кешелә коронавирус табылған.

Автор:
Читайте нас