Новости
13 Августа 2021, 09:41

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙа теркәлгән кандидаттар һәм сәйәси партиялар иғтибарына!

Бер мандатлы 7-се Салауат һайлау округы буйынса һигеҙенсе саҡырылыш Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙа теркәлгән кандидаттар һәм сәйәси партиялар иғтибарына!

Һигеҙенсе саҡырылыш Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙа һайлау алды агитация үткәреү өсөн «Осҡон» һәм «Абзелил» гәзиттәрендә бушлай һәм түләүле нигеҙҙә баҫма майҙан биреү өсөн йәрәбә тартыу үткәреү тураһында белдереү

Бер мандатлы 7-се Салауат һайлау округы буйынса һигеҙенсе саҡырылыш Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙа теркәлгән кандидаттар һәм сәйәси партиялар иғтибарына!

17 августа сәғәт 10-да Башҡортостан, Әбйәлил районы, Асҡар ауылы, Ленин урамы, 14 а (2-се ҡат) адресы буйынса сәйәси партиялар һәм теркәлгән кандидаттар араһында «Осҡон» һәм «Абзелил» гәзиттәрендә бушлай һәм түләүле баҫма майҙанды бүлеү буйынса йәрәбә тартыу үткәрелә. Башлана сәғәт 10-да.
Йәрәбә тартыуҙа ҡатнашыусыларҙы теркәү 17 августа 9-ҙан 10 сәғәткә тиклем башҡарыласаҡ.
Йәрәбә тартыуҙа ҡатнашыусыларҙың тын алыу органдарын һаҡлау саралары булырға тейеш һәм уларҙың санитар дистанцияны күҙәтеүҙәре мотлаҡ.
Төбәк һайлау комиссияһы.

Автор:
Читайте нас