+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Сентябрь 2021, 10:48

Силәбе бәләкәстәре туған телен өйрәнәсәк

Яңы уҡыу йылынан Силәбе ҡалаһының 88-се һәм Мейәстең 99-сы балалар баҡсаларында өлкән төркөмдәрҙә башҡорт телен өйрәнә башланылар.

Яңы уҡыу йылынан Силәбе ҡалаһының 88-се һәм Мейәстең 99-сы балалар баҡсаларында өлкән төркөмдәрҙә башҡорт телен өйрәнә башланылар. 2019 йылда был төбәктәргә 25 меңдән ашыу методик әҙәбиәт, эш дәфтәрҙәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса программалар тапшырылған. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарын йыһазландырыу өсөн 20 комплект бирелгән. Рәсәй төбәктәренән 53 педагог «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» һөнәре буйынса әҙерлек үткән, 82 уҡытыусы һөнәри белемен арттырған.

Автор:
Читайте нас: