+14 °С
Болотло
«Российская газета» яҙыуынса, Рәсәй быға тиклем коронавирус пандемияһына бәйле ябыҡ булған авиамаршруттарҙы тергеҙҙе. Атап әйткәндә, хәҙер беҙҙең ил граждандары Испания, Словакияға, шулай уҡ Африка ҡитғаһында урынлашҡан Кенияға Мәскәүҙән самолетта юллана. Әммә Мадрид һәм Барселона ҡалалары әлегә, ковидты сәбәп итеп, туристарҙы ҡабул итмәй, был илдә үҙ бизнесы йә башҡа ашығыс эше булған кешеләр генә инә ала.