+14 °С
Болотло
Ырымбур өлкәһендә бер аҙна инде ялған араҡы эсеп ағыуланыусыларҙың ғүмере өсөн көрәшәләр. 6 октябрҙә күрше өлкәлә суррогат спиртлы эсемлектәр алып эскән кешеләрҙең күпләп үлеүе теркәлә. Бөгөнгө көнгә һәләк булыусыларҙың һаны 34-кә еткән! Эске эштәр министрлығы был осраҡ буйынса тикшереү башлаған һәм ағыулы эсемлектең Ырымбурға Өфөнән килтерелеүен асыҡлаған. Шешәләрҙәге шыйыҡсаның составында метанол булған техник спирт икәнлеге билдәле.