+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2021, 10:49

Күп балалы ғаилә йортһоҙ тороп ҡалды

Шәмбе төндә Асҡарҙа ҡупҡан янғын өс балалы ғаиләне бер нәмәһеҙ ҡалдырҙы. Иң бәләкәй сабыйына өс ай ҙа тулмаған йәш ғаилә йоҡларға йыйынып йөрөгән мәлдә, ҡапыл электр сымынан ут тоҡана.

Шәмбе төндә Асҡарҙа ҡупҡан янғын өс балалы ғаиләне бер нәмәһеҙ ҡалдырҙы. Иң бәләкәй сабыйына өс ай ҙа тулмаған йәш ғаилә йоҡларға йыйынып йөрөгән мәлдә, ҡапыл электр сымынан ут тоҡана. Шул арала ҡыйыҡ яна башлай. Ирле-ҡатынлы балаларын тотоп, урамға йүгереп сығып өлгөрә, өйҙән бер нисә минут эсендә көл-күмер генә тороп ҡала. Уттың ҡапыл таралыуына был төндәге көслө дауыл да булышлыҡ итә. Ҡурҡыныс янғын ғаиләне йортһоҙ, документтарһыҙ ҡалдыра, әлегә улар туғандарында урынлашып торған, әммә артабан ни эшләргә лә белмәйҙәр. Уттан зыян күргән ғаиләгә ярҙам күрһәтергә теләүселәр өсөн банк иҫәбе асылған. Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәтте 8-917-456-87-08 телефонына шылтыратып белешергә мөмкин.

Автор:
Читайте нас: