+14 °С
Болотло
Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы «Агротуризм» гранттары конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итә. Бындай проекттар нигеҙендә туристарҙы ҡабул итеү өсөн биналар төҙөргә йәки ремонтларға һәм эргә-тирәләге биләмәне төҙөкләндерергә, күңел асыу инфраструктураһы булдырырға, турист ҡорамалдары һәм инвентарҙары һатып алырға мөмкин. Фермерҙар 10 миллион һумға тиклем күләмдәге грантҡа иҫәп тота ала. Ғаризалар 2022 йылдың 16-нан 20 майға тиклем ҡабул ителә. Бөтә һорауҙар менән Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Белешмәләр өсөн тел.: 8 (347) 218-05-64; 8 (347) 218-05-26.