+2 °С
Болотло
Театрҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, музыкаль фрагменттың авторы, Рәсәй композиторҙар Союзы ағзаһы, Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Шәүрә Сәғитова һәм либретто яҙыусы Аврора Рахманҡолова еңеүсе булды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект Башҡортостан тарихының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыу биттәренең береһен яҡтыртыуға йүнәлтелгән. 1807-1814 йылдарҙағы Наполеон һуғышы осоронда башҡорт яугирҙарын «төньяҡ амурҙары» тип атағандар. Конкурстың маҡсаты-тарихи ваҡиғаға арналған заманса милли опера, опера спектаклен булдырыу. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты аҡсаһына тормошҡа ашырыла. Конкурстың премия фонды 300 мең һум тәшкил итте.