Гимназияла телестудия асыу тантанаһына район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары-финанс идаралығы начальнигы Рәйсә Латипова, район мәғариф бүлеге начальнигы Вәсилә Абсаҙиева, Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, билдәле журналист Азамат Әхмәтҡужин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комиссия рәйесе Хәлил Рәхмәтуллин, педагогия ветераны Лүзә Әхмәтҡужина ҡатнашты.
— Бөгөндән үҙебеҙҙең телевидение буласаҡ, унда мәктәп тормошоноң ҡыҙыҡлы мәлдәре, яңылыҡтар, төрлө саралар сағылдырыласаҡ. Шулай уҡ гимназистарҙың репортаждары менән социаль селтәрҙәрҙә танышырға мөмкин буласаҡ, оҫтарып китһәләр, бәлки республика телевидениеһы эфирына ла сығырҙар. Беҙҙең уҡыусылар араһынан киләсәктә билдәле журналистар, режиссерҙар, видеографтар сығыр тип өмөтләнәбеҙ, — тине Т. Кусимов исемендәге гимназия директоры Рәмил Әхмәтов. — Беҙгә ошондай заманса телестудия асыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән хакимиәт башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рәйсә Латиповаға, финанс идаралығы белгесе Регина Латиповаға, мәғариф бүлеге начальнигы Вәсилә Абсаҙиеваға, был эште башлап, аҙағына тиклем еткереп ҡуйған педагог-ойоштороусыбыҙ Ләйсән Яхинаға рәхмәт белдерәм.
Телевидение кабинетын тантаналы асҡандан һуң ҡунаҡтар студияла гимна-зия яңылыҡтары менән таныштырған диктор Гүзәл Хәйбуллинаның тәүге эфи-рын ҡараны.
— Бөгөн беҙҙең гимназияла телесту-дия асылды. Уҡыусылар ғына түгел, уҡытыусылар ҙа был иҫтәлекле көндө түҙемһеҙлек менән көттө. Беҙ тәүҙә бөтә уҡыусылар алдында үҙебеҙҙең проектты яҡланыҡ. Һәм «Мәктәп телевидениеһы» иң күп тауыш йыйып, еңеп сыҡты, — тине Г. Хәйбуллина. — Хәҙер беҙҙең алда ҙур мөмкинлектәр асыла. Телевидениелағы техник эш процесын үҙләштереп, репортаждар, интервьюлар, клиптар һәм видеотаҫмалар әҙерләйәсәкбеҙ. Уҡыусылар телеиндустрия һөнәренең үҙенсәлектәрен өйрәнәсәк. Был беҙгә үҫешергә, ижади һәләт тәрен асырға һәм киләсәктә һөнәр һайлауҙа ярҙам итәсәк.
— Телестудия асыуығыҙ бик ҡыуа-ныслы. Республика буйынса был кон-курста бөтәһе 144, беҙҙең райондан 12 мәктәп еңде. Белем усаҡтарына бөтәһе 5 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде һәм уға спорт ҡорамалдары, йыһаздар алынды. Был мәктәптәр өсөн ҙур мөмкинлек. Киләһе йылға яңы проекттар конкурсы иғлан ителде, ҡатнашығыҙ, еңегеҙ, — тине Рәйсә Раил ҡыҙы.
Ҡунаҡтар мәктәп коллективын һәм уҡыусыларҙы ҡотлап, уңыштар теләне. Гимназия ветераны Лүзә Сәхип ҡыҙы шағир Әсхәл Әхмәт-Хужаның китаптарын телестудияға бүләк итте.
Гимназистарҙы шатлыҡлы ваҡиға уңайынан «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы»нда эшләүсе яҡташтарыбыҙ Рәмзиә Кәримова, Илдар Байбулатов, Азат Ғәлиуллин тәбрикләп, видео-ҡотлау юлланы. Республика Башлығы Радий Хәбировтың матбуғат хеҙмәте етәксеһе Диана Сәфәрғәлиева, Мәскәү, Силәбе телевидениеһы мөхәррирҙәре, алып барыусылары видеобәйләнешкә сығып, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
Уҡыусыларҙы журналистика серҙәренә Азамат Әхмәтҡужин төшөндөрәсәк. «Кусимов-ТВ» телестудияһы гимназияға киң офоҡтар, яңы мөмкинлектәр асһын. Яҡшы өлгәшкән, алдынғы уҡыусылар, олимпиада еңеүселәре, спортсылар, моңло йырсылар, дәртле бейеүселәр, оҫта ижадсылар, ирекмәндәр эфир геройҙары булһын!
Динара САФИУЛЛИНА.