+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май , 23:10

Юғалған малайҙарҙың береһе табылды

Өфөнән үҫмерҙәр Павел Паличев менән Дамир Әҙеһәмов сәйер рәүештә  март аҙағында ғәйеп булғайны. 30 мартта Өфөлә юғалған 13 йәшлек Павел Паличевты һәм 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмовты эҙләү бер көнгә лә туҡталғаны юҡ. Ағиҙел буйында уларҙың әйберҙәре табылғас, эҙләү ҙә шул юҫыҡта дауам итте.

Юғалған малайҙарҙың береһе табылды
Юғалған малайҙарҙың береһе табылды

Шул ваҡыттан алып эҙләү эшенә йөҙәрләгән ирекмән һәм ҡотҡарыусы йәлеп ителгәйне. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаман һөҙөмтә булмай килде.  

Бөгөн йылға буйҙарын тикшереү барышында Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте ҡотҡарыусылары бер баланың кәүҙәһен табып алды. Билдәләре буйынса Павел Паличевҡа оҡшаған. Уны Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районындағы Ағиҙел йылғаһы ярында табалар.

 

Фото: соцселтәрҙән

Автор:
Читайте нас: