Яңырған обелискты асыу тантанаһында район хакимиәте башлығының беренсе урынба-ҫары Руслан Хәлилов, район Советы секретары Булат Исламбаев, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе секретары Рәзинә Әғзәмова, Әлмө- хәмәт ауылы биләмәһе башлығы Наталья Сатина, ветерандар советы рәйесе Булат Шөғүров, һуғыш йылы балалары, Афғанстанда, Чечняла, Украинала барған хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы яугирҙәр, ауыл халҡы, урындағы башланғыс, Сиҙәм урта мәктәбе уҡыусылары әүҙем ҡатнашты.
Бөйөк Ватан һуғышы 4 йыл дауам итә. Әлмөхәмәттән һуғышҡа бөтәһе 174 кеше китеп, шуларҙың 115-е Еңеү өсөн ғүмерен биргән, 59 кеше әйләнеп ҡайтҡан. Һәләк булғандар иҫтәлегенә аят бағышлау Ғәбделханнан ишан исемендәге мәсеттең имам-хатибы Әхмәт Ғәлиәкбәровҡа йөкмәтелде.
— Бөгөн обелискты асыу районда тарихи ваҡиға булып иҫтә ҡаласаҡ. Хәҙерге замандағы ҡораллы низағтар ул замандар менән ауаздаш. Ғимран менән Иван, Тимофеев менән Әхмәтов бер һүҙҙән булып, еңеүгә ҙур аҙымдар яһағандар, бер үк маҡсат менән алға ынтылғандар. Ил именлеге өсөн башын һалған ата-олатайҙар рухтарын беҙ оноторға тейеш түгелбеҙ, — тине Руслан Ғөзәйер улы.
Булат Юныс улы обелискты төҙөкләндереүҙә ярҙам күрһәт-кәндәргә, бигерәк тә өмәләр менән эшләгән ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына һәм ир-егеттәренә рәхмәт белдерҙе:
— 2015 йылдан бирле «Бер-ҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» проекты эшләп килә, уның ярҙамында ауылдарҙа төрлө объекттарҙы яңыртыу-йүнәтеү мөмкин булды. Халыҡ-сан проекттар ярҙамында күп мәсьәләләр хәл ителә. Ыңғай үҙгәрештәр күп, ауыл яҙмышы өсөн янып-көйгән, ошондай эштәрҙә әүҙем, дөргөн ҡат-нашҡан әлмөхәмәттәргә рәхмәт!
«Аныҡ эштәр» проекты буйынса обелискты ремонтлауға 700 мең һум аҡса бүленгән. Подрядсы булған Фәнил Сәли-мовҡа, эштең бөтә ауырлығын күтәргән хеҙмәткәрҙәргә сара барышында оло рәхмәт һүҙҙәре әйтелде.
— Заманса, яңыса нағыштар менән биҙәлгән обелискыны беҙ ҡәҙерләп һаҡларға, тирә-яғын таҙа тоторға, яугирҙәр иҫтә-легенә веноктар һалырға һәм хәрби-патриотик темаларға арналған барлыҡ сараларҙы ошонда үткәрергә бурыслыбыҙ, — тине Наталья Владимировна.
Ауыл халҡын иҫтәлекле ва-ҡиға менән Рәзинә Әғзәмова, Булат Шөғүров, «Боевое брат-ство» ойошмаһы ағзаһы Хафиз Фазлетдинов тәбрикләне. Ли-нара Камалетдинова менән ирҙәр ансамбленең моңло йыр-ҙары байрам кәйефе өҫтәне.
Наталья Сатина менән хәрби хәрәкәттәр ветераны Азамат Йәноҙаҡов ал таҫманы киҫкән-дән һуң, обелискыға венок һалыу хоҡуғы хәрби хәрәкәттәр ве-терандары Ринат һәм Мәүлит Йосоповтарға тапшырылды.
Һуңынан Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән тыл эшсәндәре ха-ҡында ла һүҙ барҙы. Ҡыҙғанысҡа, уларҙың да сафтары һирәгәйә. Әлмөхәмәт ауылында ғүмер итеүсе иң оло инәйҙәрҙең береһе, һуғыш йылдары балаһы Шәһиҙә Юлмөхәмәтова үҙенең баласаҡ хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Яу ҡырында ятып ҡалған һәм еңеү яулап тыуған яҡтарына ҡайтҡан, тыныс тормошта хеҙмәт батырлығы күрһәткән Әлмөхә-мәт ауылы яугирҙәре бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды.
Әйткәндәй, был эштәргә халыҡтың шул тиклем күңелен биреп, йөрәге аша үткәреп, берҙәм тупланып, талпынып эшлә-үен күрмәү, тоймау мөмкин түгел. Илдәге барған ҡытыршылыҡтар, финанс ауырлыҡтар килеп тыуған шарттарҙа ла ошондай ҙур ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашы-рып сығыу халҡыбыҙҙың ни тиклем көслө рухлы, тарихлы һәм рәхмәтле булыуын күрһәтә.
Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.