Төбәктең мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Әминә Шафиҡова хәбәр итеүенсә, яңы йыл каникулдарында республикала 28 мең самаһы мәҙәни сара үтәсәк, шуларҙың 8 меңе – асыҡ майҙансыҡтарҙа уҙасаҡ. Республиканың театр-концерт ойошмалары 700 яңы йыл тамашаһын күрһәтергә планлаштырҙы, уларҙы 200 мең самаһын тамашасылар ҡарай аласаҡ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн 20 мең билет ҡаралған.
Муниципаль китапханалар базаһында ижади студиялар һәм лабораториялар ойошторола, ә республиканың алыҫ тораҡ пункттарында 11 автоклуб һәм туғыҙ библиобус эшләйәсәк.
Төбәктең мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Альберт Яримов 25 декабрҙә Өфөлә 1 мең уҡыусы өсөн «Башҡортостан» Дәүләт концерт залында Республика яңы йыл шыршыһы уҙасағын хәбәр итте. 2025 йылдың 2-12 ғинуарында муниципалитеттарҙа «Ғаилә уйындары» ойоштороласаҡ. Мәғариф һәм фән министрлығында уҡыусылар өсөн байрам саралары календары әҙерләнде. Ул конкурстарҙы, викториналарҙы, күргәҙмәләрҙе, флешмобтарҙы, интерактив яңы йыл тамашаларын һәм квестарҙы үҙ эсенә ала.
Яңы йыл каникулдары осоронда ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа бик күп ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс саралар ойошторорға кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан башлығы.
- Был эшкә бәләкәй ауыл клубынан алып баш ҡала театрҙарына тиклем бөтә муниципалитеттарҙың һәм учреждениеларҙың ҡушылыуы мөһим, - тип аңлатты Радий Хәбиров.