Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар , 15:04

"Осҡон"ға юғары баһа!

«Осҡон» гәзите «Матбуғаттың алтын фонды» («Золотой фонд прессы») билдәһенә лайыҡ булды.

«Матбуғаттың алтын фонды» проектының маҡсаты — Рәсәй баҫмаларының сифатын күтәреү, яңы медиатехнологияларҙы һәм ватан, сит ил киң мәғлүмәт сараларының уңышлы тәжрибәһен ҡулланыуға булышлыҡ итеү һәм популярлаштырыу. «Журналист» журналы редакцияһы, РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советы һәм РФ Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса Федераль агентлығы ярҙамында «Матбуғаттың алтын фонды» дирекцияһы һәм ойоштороу комитеты үткәргән был проект сифатлы ваҡытлы матбуғат сараларын бүләкләү өсөн булдырылған һәм иң яҡшы баҫмаларға бирелә.
«Матбуғаттың алтын фонды» билдәһенә эйә булған редакциялар йыл дауамында уның график һүрәтен үҙ баҫмаларында урынлаштырырға хоҡуҡлы. Бөгөнгө һандан башлап, гәзиттең беренсе битендә был билдә урын алды. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, быйыл экспертизаға ебәрелгән баҫмалар бер нисә критерий буйынса баһаланды. Эксперттар баҫылған мәғлүмәттең актуаллегенә, үҙенсәлеклелегенә, объективлығына, дөрөҫлөгөнә һәм сифатына, баҫмаларҙың жанр төрлөлөгөнә, материалдарҙың актуаллегенә һәм уларҙың йәмғиәт өсөн әһәмиәтенә, дизайнына, иллюстрацияларҙың һөҙөмтәлелегенә иғтибар итә.
«Матбуғаттың алтын фонды» отличие билдәһенә лайыҡ булыусыларҙы абруйлы жюри баһаланы. Уны журналистика факультеты деканы, академик, филология фәндәре докторы Елена Вартанова етәкләй. Жюри составында Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультеты уҡытыусылары бар. Гәзиттең дизайнын «Феномен» медиа-группаһы етәксеһе Сергей Мешавкин баһаланы.

«Матбуғаттың алтын фонды – 2025» билдәһенең I, II  һәм III дәрәжәләренә быйыл илебеҙҙең 70 гәзит-журналы лайыҡ булды.  Беҙ улар менән бер рәттән үрҙә һанап үтелгән бөтә критерийҙарға ла тап килеүебеҙгә шатбыҙ. Тимәк, беҙҙең редакция коллективы «Осҡон»доң Рәсәйҙең сифатлы матбуғаты булыуын иҫбатланы. «Матбуғаттың алтын фонды» отличие билдәһе 2005 йылда Матбуғат халыҡ-ара профессиональ күргәҙмәһенең ойоштороу комитеты тарафынан булдырылған, тимәк, беҙ юбилей йылында билдәгә лайыҡ булдыҡ. 
I дәрәжә «Матбуғаттың  алтын фонды» билдәһен  мөмкин булған 90-дан 75-тән ашыу балл йыйған гәзиттәр алды. Улар иҫәбендә Башҡортостан баҫмаларынан «Йәншишмә» гәзите, «Әллүки» журналы, «Уфимские нивы», «Кумертауское время», «Игенсе» гәзиттәре 80-72 балл йыйып, беренсе дәрәжәгә лайыҡ булды. «Осҡон» гәзите 64 балл йыйҙы һәм 75-50  һөҙөмтә күрһәткән  баҫмалар иҫәбендә билдәнең икенсе дәрәжәһен алды. 
«Аскинская новь» гәзитенән коллегала-рыбыҙ өсөн дә ҡыуанабыҙ, улар ҙа ошо билдәнең икенсе дәрәжәһенә лайыҡ булды. Беҙҙең «районка» Барнаул, Нижневартовск, Салехард, Санкт-Петербург, Псков һәм башҡа ҡалалары гәзиттәре менән бер рәттән юғары баһаланыуы менән ғорурланабыҙ.

«Осҡон»дар.

Читайте нас: