Тантанала Ишмырҙа Һиҙиәтовтың туғандары һәм яҡындары, Өфө ҡала Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Александр Мельников, ҡала Советы депутаты, Республика клиник онкология диспансерының баш табибы Адель Измайлов, учреждение ветерандары һәм хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Ишмырҙа Хәйернур улы бөтә ғүмерен тиерлек онкологияға ҡаршы көрәшкә бағышлай. 1968 - 1993 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтында эшләй, унда табип ассистенттан доцентҡа тиклем юл үтә һәм илдә яман шешкә операция яһаған беренсе практик хирург-проктолог була. Уның менән кәңәшләшеү өсөн һәр ваҡыт ҙур сират була: хатта башҡа өлкәләрҙән дә кешеләр килә. Уның күп һанлы ғилми мәҡәләләре алдынғы медицина журналдарында баҫылып сыға. 1993 йылда хаҡлы ялға сыҡҡандан Һуң Ишмырҙа Хәйернур улы Әбйәлилгә ҡайта. Асҡар ул үҙәк район дауаханаһында табип-консультант булып эшләй, ҙур йәмәғәт эше алып бара. 2000 йылда Ишмырҙа Хәйернур улы тырышлығы менән Салауат ауылында республикала беренсе хоспис асыла.
https://gorsovet-ufa.ru/news/detail.php?ID=18965