Төҙөкләндереү
4 Сентябрь 2025, 03:22

Лифттарҙы ремонтлауға подрядсы билдәле

Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа дөйөм милекте капиталь ремонтлау төбәк операторы Өфөнөң «Техлифт» компанияһы менән республиканың алты ҡалаһында һәм биш районында лифттарҙы яңыртыуға һәм алмаштырыуға килешеү төҙөйәсәк. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана 

Лифттарҙы ремонтлауға подрядсы билдәлеЛифттарҙы ремонтлауға подрядсы билдәле
Лифттарҙы ремонтлауға подрядсы билдәле

Аукционда ҡатнашыуға ғаризаны шулай уҡ Мәскәүҙең «Элевейтинг» фирмаһы биргән, әммә ул хаҡты аныҡ тәҡдим итмәгән. "Техлифт" эштәрҙе атҡарып сығыуға 2,37 миллиард һум тәҡдим итә, башланғыс хаҡ 2,38 миллиард һум ҡуйылған булған.

Подрядсы барлыҡ эштәрҙе 2026 йылдан 2028 йылға тиклем атҡарырға тейеш. Бөтәһе 433 лифт ремонтлана, алмаштырыла йәки яңыртыла. Шуларҙың 163 — киләһе йылда, 169 — 2027 йылда, 101-2028 йылда. Эштәр Өфө, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ, Благовещен, Белорет, Ишембай, Туймазы һәм Мәләүез ҡалаларындағы 180 йортта үткәреләсәк.

Контракт бина хужаларының иғәнәләре иҫәбенә финанслана. Подрядсы эштәр атҡарғас, биш йылға гарантия бирергә тейеш. «Техлифт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Өфөлә 2019 йылдың авгусында теркәлгән. 

     Бынан алда быйыл республикала күп фатирлы йорттарҙа файҙаланыу ваҡыты үткән бөтә лифттар алмаштырыласаҡ тип яҙғайныҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас