Йәмғиәт
21 Декабрь 2023, 03:49

237 ауылға юғары тиҙлекле интернет килгән

Быйыл Башҡортостанда  юғары тиҙлекле МТС интернет 100-500 кеше йәшәгән 237 ауылға килгән. Йәғни, 60 меңдән ашыу урындағы халыҡ интернет селтәренә инеүгә мөмкинлек алған. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

237 ауылға юғары тиҙлекле интернет килгән237 ауылға юғары тиҙлекле интернет килгән
237 ауылға юғары тиҙлекле интернет килгән

Сифатлы интернет урындағы халыҡты мобиль ҡушымталар аша кәрәкле дәүләт, социаль һәм белем биреү сервистарына инеү мөмкинлеген бирәсәк, шулай уҡ Яңы йыл байрамдарында ҡыҙыҡлы ял итеү өсөн күңел асыу ҡушымталарына инеү мөмкинлеген бирә: онлайн-кинотеатр, музыкаль ҡушымталар һәм китап сервистары.

" Төбәктең бәләкәй һәм алыҫ ауылдарын сифатлы бәйләнеш менән ҡаплау социаль мөһим бурыс булып тора. Халыҡ аҙ йәшәгән ауылдарҙа башлыса оло йәштәге кешеләр йәшәй, улар өсөн бәйләнеш беренсе сиратта кәрәк. Өлкән быуын, йәштәр кеүек үк, хәҙер цифрлы сервистар менән әүҙем файҙалана, балалары менән аралаша, туғандарынан фотолар һәм видеолар ала һәм үҙҙәре ебәрә, интернетта һуңғы яңылыҡтарҙы уҡый һәм дәүләт хеҙмәттәре порталдарын файҙалана. Бынан тыш, селтәрҙең үҫеше төбәккә туристарҙы йәлеп итеүгә булышлыҡ итә», — тип һөйләй Башҡортостанда мобиль операторы директоры Егор Фисюк.

Республиканың 44 районындағы тораҡ пункттарға мобиль интернет үткән, шулар иҫәптән Әбйәлил ауылдарыла бар.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас