- Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү алдынан республикабыҙ баш ҡалаһы халҡына сираттағы бүләкте тапшырыуға шатбыҙ. Был троллейбустар беҙгә айырыуса ҡәҙерле, сөнки улар Башҡортостан менән Белоруссияның берлектәге етештереү һөҙөмтәһе булып тора, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың октябрендә Белоруссия Премьер-министры Роман Головченко һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо маркалы тәүге туғыҙ троллейбусты ҡалаға тапшырғайны. Былтыр баш ҡала паркын ошондай 15 машина тулыландырған.
Троллейбустар заманса, экологик талаптарҙы иҫәпкә алып эшләнгән. Уның автономлы йөрөүенә аккумулятор батареялары системаһы бар, ул контакт селтәрен ҡулланмайынса 30 км тиклем үтергә мөмкинлек бирә. Бынан тыш, троллейбустар навигация, климат-контроль, видеокүҙәтеү системалары һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн махсус ҡорамалдар менән йыһазландырылған
Әйткәндәй, был троллейбустарҙы Өфө трамвай-троллейбус заводында йыялар, хәҙер уның заказдары ҙур күләмдә. Әлегә Новосибирск, Пенза, Чебоксар өсөн техника партиялары етештерелә.