Күркәм кисәлә Фәтхуллиндар, Йәһүҙиндар, Солтановтар, Ғайсиндар, Хисмәтовтар һәм Мансуровтар ғаиләләрен тәбрикләнеләр. Үрҙә әйтелгән ғаиләләрҙең барыһы ла Үтәгәндә тыуып-үҫкәндәр, өйләнеп, ауылда төпләнгәндәр. Һоҡланғыс тормош юлы үтеп, колхоздың, совхоздың алдынғы эшселәре булып, лайыҡлы балалар үҫтергәндәр. Әле булһа йәмәғәт эштәрендә ҡатнашып, ауылдаштарына, бигерәк тә йәштәргә үрнәк, балаларына терәк-таяныс булып, заманса уңайлыҡтары булған йорттарында ең һыҙғанып донъя көтөп, мал-тыуар аҫрап, ҡош-ҡорт көтөп гөрләтеп донъя көтә улар, әле булһа Үтәгәндең бәҫен күтәреп йәшәйҙәр.
Гөлшат һәм Мөхәммәт Фәтхуллиндарҙың ғаилә тарихы 1972 йылдың көҙөндә башлана. 6 октябрҙә никах уҡытылһа, 5 декабрҙә гөрләп туй уҙа. Ғаиләлә 2 бала тәрбиәләнгән, 1 ейәндәре бар.
Мөхәммәт Басир улы Үтәгән ауылында күп балалы ғаиләлә буй еткерә. Амангилде мәктәбенең 8 класын тамамлағас та, һарыҡсылыҡта эш башлай. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында зоотехник һөнәрен үҙләштерә. 1974 йылда ҡулына диплом алған йәш белгесте Ҡаҙмаш ауылының ферма мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Эшкә таһыллығын күреп, Гусевтағы «Заветы Ильича» колхозына тоҡомсолоҡ буйынса икенсе зоотехник итеп эшкә ебәрәләр. Ҡырҙаста малдарҙы һимертеү совхозы ойошторолғас, малдарҙы ит комбинатына тапшырыуға әҙерләүсе зоотехник булып хеҙмәт юлын дауам итә. 1973-1975 йылдарҙа Заготскотта идарасы булып эшләй.
1975 йылда Үтәгәнгә күсеп ҡайталар. Башта техник-үрсетеүсе, һуңынан һыйыр һәм һарыҡ фермаларында 8 йыл ферма мөдире булып эшләй.
1987 йылда яҙмыш Фәтхуллиндар ғаиләһен Агаповка районына илтә. Унда балта оҫтаһы булып хеҙмәт итә.
— Фатир ҙа биргәндәр ине, тик тыуған ауыл үҙенә тартты. 1993 йылда Үтәгәнгә ҡайттыҡ, йорт һалып индек. Төрлө ойошмаларҙа ҡарауылсы булып эшләнем. 39 йыл хеҙмәт стажы менән хаҡлы ялға сыҡтым, — ти ул.
Ҡатыны Гөлшат апай Әүмеш ауылы ҡыҙы. Таштимер урта мәктәбен тамамлағас, Саратов өлкәһенең Балакова ҡалаһында йөн әйләндереүсегә уҡый. Һөнәре буйынса 3 йыл эшләгәс, әсәһенең һүҙен йыҡмайынса, тыуған яғына ҡайта. Әүмеш ауылында һатыусы булып эш башлай, һуңынан уны ауыл Советының хәрби-иҫәп өҫтәленә белгес итеп эшкә алалар. Кейәүгә сыҡҡас, 1973-1975 йылдарҙа Ҡырҙас совхозында кассир булып хеҙмәт итә. Агаповкала йәшәгәндәрендә һатыусы булып эшләй. Үтәгәнгә ҡайтҡас, страховка агенты булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Бөгөн улар икеһе лә дин юлында, тәүлеккә тейешле биш намаҙҙы ҡалдырмайҙар, хажға ла барып ҡайтҡандар. Бергә йәшәүҙәренә 52 йыл.
Сәриә һәм Рамаҙан Йәһүҙиндарҙың ғаиләһе 1972 йылдың 9 ноябрендә барлыҡҡа килә, ә Яңы йыл төнөндә йәштәр туй яһай. Уларҙың ғаиләһендә 4 бала — 3 малай һәм 1 ҡыҙ тәрбиәләнгән. 9 ейән-ейәнсәрҙәре, 1 бүләләре бар.
Рамаҙан Ҡасим улы Үтәгән ауылынан. Амангилде мәктәбен тамамлағас, 1970-1972 йылдарҙа Чехославакия яҡтарында Ватан алдындағы бурысын үтәй. Әрменән һуң, тыуған колхозында шофер булып эш башлай. Техниканы яҡшы аңлаған, тимер-томорҙо йүнәтеүгә оҫталығы арҡаһында бер аҙ ваҡыт тимерсе лә булып эшләп ала. Яҙғы сәсеү, уңыш йыйыу ваҡытында тракторсы булып та хеҙмәт итә. Хаҡлы ялға сыҡҡансыға тиклем Асҡар газ участкаһы ойошмаһының газ ҡорамалдары слесаре булып хеҙмәт итә. Ойошма-предприятиеларҙың, шәхси хужалыҡтарҙың газ ҡорамалдарының хәүефһеҙ эшләүен контролдә тота. Авария мәлдәрендә, көн-төн тимәйенсә эшкә сыға, хәүефле эште урын еренә еткереп башҡара. Хеҙмәт ветераны, 40 йылдан ашыу хеҙмәт стажы бар.
Ҡатыны Сәриә апай Амангилде ауылы ҡыҙы. Урындағы мәктәпте тамамлағас, күҙ ҡан баҫымын үлсәргә уҡый. Амангилде медпунктында фельдшер булып хеҙмәт юлын башлай. Үтәгәнгә килен булып төшһә лә, эшен ташламай. Фельдшер булмағанда уколын да һала, дарыуын да һата, яҡты донъяға ауаз һалған сабыйҙарҙы ла ҡабул итә. 1992 йылда уны ауыл Советы депутаты итеп һайлайҙар. Ауыл мәнфәғәте өсөн янып-көйөп эшләй, йәмәғәт эштәрендә ихлас ҡатнаша. Ғаилә эсендә килеп сыҡҡан низағтарҙы көйләп, мөнәсәбәттәрҙе яйлап, күп ғаиләләрҙе һаҡлап алып ҡала. Йыр-моңға маһир С. Йәһүҙина концерттарҙа, мәҙәни сараларҙа ихлас ҡатнаша. 25 йыл хеҙмәт стажы менән хаҡлы ялға сыға.
Бөгөн Йәһүҙиндар гөрләтеп донъя көтә. Рамаҙан Ҡасим улы дин юлында, көн дә аяттар уҡып, илгә тыныслыҡ килеүен теләй. Бергә йәшәүҙәренә 52 йыл.
Асия һәм Нурғәле Хисмәтовтар 1972 йылдың алтын көҙөндә өйләнешә, туйҙары 4 декабрҙә уҙа. Ғаиләлә өс ҡыҙ тәрбиәләнгән, 6 ейән-ейәнсәрҙәре, 1 бүләләре бар.
Нурғәле Барый улы Үтәгән ауылында тыуған. Амангилде мәктәбенең 7-се класын тамамлағас, 93-сө һөнәрселек училищеһына тракторсыға уҡырға инә. Малсы булып эш башлай. Өйләнә. Йәш кәләшен һәм 3 айлыҡ ҡыҙын ҡалдырып, әрме сафына юллана. Хеҙмәтен үтәп ҡайтҡас, малсылыҡта эшен дауам итә. Көтөүсе, оҙаҡ йылдар фуражер булып хеҙмәт итә. Һуңынан эшенә яуаплы ҡараған хеҙмәткәрҙе ферма мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Һәр яҡтан өлгөр, талапсан, һәр бер һауынсы һәм малсы менән уртаҡ тел тапҡан ферма мөдирен барыһы ла хөрмәт итә. Совхоз ойошторолғас, тағы ла дәртләнеп эшкә тотона. Үтәгән һөтсөлөк фермаһы аҙналыҡ, айлыҡ, йыллыҡ ярыш һөҙөмтәләре буйынса гел алдынғылар рәтенә сыға. Үҙгәртеп ҡороу мәле Үтәгәнгә лә ҡағыла. Совхоз тарҡала, мал да, техника ла бөтә. Мал йәнле Нурғәле ағай яратҡан эшенә тоғро ҡалып, байтаҡ йылдар яҙҙан көҙгә тиклем ауыл көтөүен көтә. Ҡыш төрлө эштәрҙә көс түгә. 45 йыл хеҙмәт стажы менән хаҡлы ялға сыға.
Ҡатыны Асия апай Үтәгәнгә Дәүләт ауылынан килен булып төшкән. Тыуған ауылында 8 класс тамамлай ҙа, йәйге осорҙа фермала һауынсы булып эш башлай. Үтәгәнгә килен булып килгәс тә фермала һыйыр һауыуын дауам итә. 2 йыл клуб мөдире булып эшләп тә ала. Ауыр эштән ҡурҡмаған, сос ҡатын кире фермаға эшкә сыға һәм 33 йыл хеҙмәт стажы менән хаҡлы ялға китә.
Хисмәтовтарҙың бергә йәшәүҙәренә 52 йыл. Ирле-ҡатынлы ауылдың йәмәғәт эштәрендә ихлас ҡатнаша, йәштәргә үрнәк булып йәшәй.
Мәмдүҙә һәм Йәүҙәт Солтановтарҙың ғаиләһенең башланыу тарихы 1972 йылдың көҙөнә барып тоташа. Туйҙары Яңы йыл төнөндә уҙа. 4 ул тәрбиәләгәндәр, 15 ейән-ейәнсәрҙәре, 1 бүләсәрҙәре бар.
Йәүҙәт Ғәбдинур улы ошо ауылда күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Амангилде мәктәбенең 8 класын тамамлағас, Павловка училищеһында урмансы һөнәренә уҡып, диплом алған. Әммә һөнәре буйынса эшләмәй, тракторсыға танытма ала. Байтаҡ йылдар эшләгәндән һуң, малсылыҡҡа күсә. Һауын һыйырҙарын да, башмағын да ҡарай. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, эште урын еренә еткереп үтәй. Дәртләнеп эшләп йөрөгәндә совхоз тарҡала, мал да, техника ла бөтә. Шуға ла һуңынан төрлө ойошмаларҙа эшләргә тура килә. 37 йыл хеҙмәт стажы менән хаҡлы ялға сыға.
Ҡатыны Мәмдүҙә апай Буранғол ауылынан. 9-сы класты тамамлағас, йәйге осорҙа фермала һауынсы булып эш башлай. Үтәгәнгә килен булып төшкәс тә яратҡан эшен дауам итә. Бөтә хеҙмәт юлы Үтәгән һөтсөлөк фермаһы менән бәйле. 35 йыл хеҙмәт стажы менән хаҡлы ялда.
Солтановтар бөгөн дә матур йәшәй, Үтәгәндең абруйлы ғаиләләренең береһе. Йыр-моңға маһир М. Солтанова ауылда үткән бөтә мәҙәни сараларҙың биҙәге. Бергә ғүмер итеүҙәренә 52 йыл.
Кисәлә шулай уҡ 50 йыл татыу йәшәгән Зөбәйрә һәм Фәиз Ғайсиндарҙы ла тәбрикләнеләр. Улар хаҡында февраль айында «Ғүмергә бергә-бергә» тип аталған мәҡәлә баҫылды.
45 йыл ҡулға-ҡул тотоноп тормош һуҡмағынан атлаған Хәтирә һәм Хөсәйен Мансуровтар ҙа булды сарала. Өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, 5 ейән-ейәнсәрҙәре бар.
Хөсәйен Шөғәйеп улы күп балалы ғаиләлә тыуған. Амангилде мәктәбенең 8 класын тамамлағас, 93-сө һөнәрселек училищеһының Гусев филиалында комбайнсы һөнәренә уҡып, танытма ала. «Заветы Ильича» колхозында тракторсы булып эш башлай. Тәүҙә колхозда, һуңынан совхозда хеҙмәт итә. Техниканы яратҡан ир-уҙаман ниндәй генә «тимер ат»тарҙы йүгәнләмәй. Т-25, МТЗ-80, МТЗ-82 техникаларында, грейферҙа ла эшләй. Яҙғы сәсеү, баҫыуҙарҙы ашлау, химик утау, культивациялау, уңыш йыйыу ваҡытында, мал аҙығы, бесән әҙерләү осоронда алтын ҡуллы тракторсының хеҙмәте ҙур була. Совхоз тарҡалғас, тракторын ауыл хужалығында ҡулланып, малын ишәйтә. Һуңынан төрлө ерҙә эшләргә тура килә. 43 йыл хеҙмәт стажы бар.
Хәтирә апай Исхаҡ ауылы ҡыҙы. Буранғол урта мәктәбен тамамлағас, һауынсы булып эш башлай. Килен булып төшкәнсе Исхаҡ һөтсөлөк фермаһында, һуңынан Үтәгәндә яратҡан эшенә тоғро ҡалып, колхоз, совхоз осоронда хеҙмәтен дауам итә. 25 йыл хеҙмәт стажы менән хаҡлы ялға сыға.
Үрҙә һанап үтелгән ғаилә ағзаларының барыһы ла матур хеҙмәт юлы үткән кешеләр. Улар Совет заманында ил мәнфәғәте өсөн көстәрен йәлләмәй эшләгәндәр, намыҫлы хеҙмәттәре күп тапҡыр маҡтау һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Үтәгәндең өлгөлө ғаиләләрен Амангилде ауылы биләмәһенең рәхмәт хаттары менән билдәләнеләр. Тағы ла уларҙың балалары һәм туғандары, ауыл хакимиәте депутаттары, ауылдаштары килгән ине, һоҡланғыс парҙарға йылы һүҙҙәрен, изге теләктәрен бер кем йәлләмәне. Сарала дан ғаиләләр менән бер рәттән 75 йәшен билдәләүсе Мәүлит Иғдисамовты ла тәбрикләнеләр.
Мәүлит Ҡотлоәхмәт улы Үтәгән ауылынан. Амангилде урта мәктәбен тамамлаған егет Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында зоотехникка уҡый. Гусевта зоотехник булып эш башлай. Әбделғәзе ауылында, һуңынан Амангилделә ферма мөдире булып эшләй. Ихлас эшләп йөрөгәндә Мәүлит Ҡотләхмәт улын Өфө ҡалаһына белемен камиллаштырырға уҡыуға ебәрәләр. Малдарҙы яһалма ҡасырыу буйынса белгесте тау-урман төбәгенең өс ауылындағы пунктына мөдир итеп тәғәйенләйҙәр. Артабанғы хеҙмәт юлы Үтәгән бригдаһы, һарыҡсылыҡ фермаһы менән бәйле. 37 йыл стаж менән хаҡлы ялға сыға. Ҡатыны Сара апай менән 4 балаға ғүмер бүләк итәләр. 2021 йылда йәшәүҙәренә 50 йыл тулыуға 4 ай ҡалды тигәндә, хәләл ефете баҡыйлыҡҡа күсә. Шулай ҙа Мәүлит ағай бирешмәгән әле, йортоноң ҡотон һаҡлап, яңғыҙы донъя көтә.
Ғаилә йылын йомғаҡлауға арналған сара бер тында уҙҙы, Үтәгән ауылының һәүәҫкәрҙәре һәм юбилярҙарҙың балалары тарафынан әҙерләнгән концерт номерҙары йөкмәткеле кисәне йәнләндерҙе.
Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.