Бөтә яңылыҡтар
10
Йүнселлек
13 Март , 15:10

Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы

Көслө ихтыярлы, сая ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата сабып барған атты туҡтатыр тигән сағыштырыуҙы ҡулланалар. Был һүҙҙәр Асҡарҙан Лена Йәһүҙинаға ла туранан-тура тап килә.

Барыһы ла тәрбиәнән килә...

­— Аттарҙы бәләкәйҙән яратам, — ти Лена. Ул — урман ҡыҙы. Буранғолдан. Райондың таулы-урманлы төбәгендә бесән әҙерләү үҙе бер оҙайлы миҙгел инде ул. Һәр хәлдә ялан яғындағы кеүек «тимер ат»ты эшкә егеп бер нисә көн эсендә эҫкерт ҡойоп ултыртыу түгел. Ағас араһында техника үтә алмаған ерҙә бесәнде ат көсө ярҙамында эшләнек тип хәтирәләргә бирелә ул.

— Элек һәр хужалыҡта ат тоттолар. Олатайым фронтовик дуҫы хөрмәтенә Василий ҡушаматын биргән бейек туры атын бик ҡәҙерләп көттө. Сөнки ул көслө ине, уның менән бер көндә ике кәбәнлек бесән тарттыра инек, — Ленаның һөйләүенән бала сағынан сая холоҡло ҡыҙ булыуын төҫмөрләйем. — Аттан ҡурҡыу тигән нимәне белмәнем, ат өҫтөндә һыбай сабып үҫтек инде.

Әйткәндәй, мал-тыуар араһында йөрөргә яратҡан Ленаның мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инеүе лә осраҡлы түгел. Бик мәрхәмәтле, кәрәкле һөнәр һайлай ул — мал табибы. Диплом алғас, 10 йылдан артыҡ район ветеринария станцияһында эшләй. Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн 2016 йылда Башҡортостан Республикаһы Ветеринария хеҙмәтенең Почет грамотаһына ла лайыҡ була. Тик һуңынан сәләмәтлек хәле уны  эшенән китергә мәжбүр итә.

Ҡыҙ баланы тәрбиәләүҙә өләсәһенең дә роле ҙур була. Шуға күрә бер яҡтан малайҙарса ирек һөйгән Ленаның ҡатын-ҡыҙҙар белергә тейешле бөтә эшкә лә тилберлегенә аптырарлыҡ түгел.

— «Эшең миңә, өйрәнгәнең үҙеңә», — тиер ине өләсәйем. Ҡайһы ваҡыт эштән бушатмай тип йән дә көйә торғайны. Хәҙер үҙем донъя көткәндә ҡәҙерле кешемә биргән тормош һабаҡтары өсөн тик рәхмәттәр генә уҡыйым, — ти уңған ҡатын.

Ҡул эштәренә оҫталығы, милли әйбер-нағыштарға мөкиббән ғашиҡлығы ла өләсәһенән. Буранғол ҡорамасыһының ейәнсәре ҡулына эләккән әйберҙәр ҙә ысын ижад емешенә әүерелә. Ғөмүмән, күңеле менән ижад кешеһе ул. Ул оҫта бәйләй, һәйбәт һүрәт төшөрә, матур бейей ҙә.

 

Тормош юлдары ҡатмарлы

Лена яҙмышын Үтәгән егете Рәшит Йәһүҙин менән бәйләп 2008 йылда ғаилә ҡоралар. Мөхәббәт емештәре булып өс ҡыҙҙары тыуа — Сафия, Миләүшә, Дилбәр. Тик бәхеттәре ғүмерле булмай, 2020 йылда тормош юлдашы фажиғәле вафат була. Бөтә кеше өйҙәренә бикләнгән үҙҡурсланыу осоронда өс бәләкәсе менән тороп ҡалған ҡатын балалары хаҡына һүнеп барған йәшәү көсөн йәнә дөрләтерлек көс таба.

— Үҙ-үҙемә бикләнергә бигерәк тә ҡулымдағы өс айлыҡ сабыйым ирек бирмәне. Баламдың илап йә көлөп ебәреүе, аңлы ҡараштары менән күҙгә төбәлеүе мине уятып, терелтеп ебәрә ине. Икенсенән, ата-әсәйемдең көслө терәген тойҙом. Әлбиттә, яҙмышымдың был һынауын ныҡ ауыр кисерҙем, уны үткәреп ебәрергә байтаҡ ваҡыт кәрәк булды. Күңелдә ауыр юшҡын ҡалды, әммә йәшәү мәғәнәһе балаларымда икәнлеген аңланым. Ҡыҙҙарыма атайҙары тураһында йыш һөйләйем, уның ағастан эшләгән йорт йыһаздарын ҡәҙерләп тотонабыҙ, — тип тормошоноң баҙыҡ төҫтәрен ҡара ҡайғы томалаған ауыр мәле тураһында ла бәйән итте ул.

 

Дағалы ҡапҡа

Ҡатын-ҡыҙҙың сырағы ҡырҡ, бере янмаһа, бере яныр, ти халыҡ аҡылы. Ленаның да күңел ярһыуҙары ташҡындан һуң ярҙарына ҡайтҡан йылға кеүек тынысланып, тормошо һәүетемсә генә үҙ үҙәненән ағыуын дауам итә. Ике йыл элек бәхетен яңынан һынап, ул яҙмышын икенсе кеше менән бәйләгән. Бәлки, ат йәнле булыуҙары был икәүҙе бер бөтөнгә әйләндергәндер. Лена Йосоп ҡыҙының хәҙерге йәмәғәте районда ғына түгел ат һөйөүселәр даирәһендә донъя кимәлендә билдәле спортсы — «Ауҙарыш» (ат өҫтөндә көрәш) чемпионы, ярыштарҙа ал бирмәгән Әбйәлил ылаҡсылары  командаһының алыштырғыһыҙ етәксеһе Ғәлим Яуынбаев.

Һабантуйҙар, төрлө йыйындар күрке булған ярыш аттары район үҙәгенең Көнсығыш-2 биҫтәһендә ҡапҡаһына даға ҡатылған йорт-хужалыҡта тәрбиәләнә. Бәхет сығып ҡасмаһын өсөн ҡапҡаға йә тупһаға даға ҡағыу ырымы тураһында ишеткәнем бар. Хужабикә әйтеүенсә, атта йөрөргә теләүселәр ҙә тәғәйен адресты ошо даға буйынса таба икән.

Көн дә байрам, ярыштан ғына тормай тормош. Ат тотоуҙың сығымдары ла байтаҡ. Бесәне, һолоһо, дарыу препараттары, сбруйы, башҡа кәрәк-яраҡтары кәрәк. Ошоларға әҙерәк аҡса эшләү маҡсатында Лена менән Ғәлим кешеләрҙе атта йөрөтөү (һис шикһеҙ инструктор ҡарамағында), фотосессиялар уҙғарыу буйынса үҙҙәренең бәләкәй генә бизнесын булдырған. Бигерәк тә йәштәр үҙ итә һыбай йөрөүҙе. Өлкәндәр ғаиләләре, балалары менән килә. Ат өҫтөндә Ҡоръятмаҫ башына менеп төшөүе бөтәһендә лә бығаса кисерелмәгән иҫ киткес тәьҫораттар ҡалдыра, шуға ҡабат-ҡабат килеүселәр ҙә бар, ти Лена.

 

Фотоларҙан рух бөркөлә

Ата-бабаларыбыҙ элек аттан төшмәһә, хәҙерге заманда һыбай йөрөү эксклюзив күренеш булып ҡалып килә. Ә ҡан хәтере барыбер онотолмай – йәштәрҙең аттарға тартылыу сере ошондалыр, моғайын. Уларҙың ошо һоҡланғыс күренеште, уй-кисерештәрен, хис-тойғоларын мәңгеләштереү  теләге — фото төшөрөү хеҙмәтен күрһәтеүгә  нигеҙ һала.

Ат өҫтөндә башҡорт кейемендә төшкән фотоларҙан, видеоларҙан бөркөлгән рух, зауыҡ бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Фотосессияларҙы Лена үҙе ойоштора, клиенттарҙың теләге буйынса профессиональ фотограф саҡыртыу мөмкинлеге лә бар. Был йәһәттән Гөлсөм Килдебаева менән хеҙмәттәшлек итә. Һәр кем хужабикәнең милли этнокостюмдары коллекцияһынан күңеленә оҡшаған кейемде һайлап кейә ала. Ленаның тотош хазинаға торошло коллекция туплауы иһә үҙе бер тарих.

 

Уғатар

Иптәше менән төрлө ярыштарға бергә йөрөй торғас, ҡатын үҙенең сая холҡона тура килгән шөғөл тапҡан. Ул — уҡ атыу. Ҡайҙа бәйге, ат ярыштары уҙа, шунда мәргәндәр ҙә көс һынаша. Милли рухлы, сәмле, дәртле  сараларға йөрөү әкренләп Ленаны ла үҙенә  йәлеп итә.

— Ярыш ҡына түгел — рух байрамы ул! Матур кейемдәрҙәге  милләттәштәр менән аралашыуҙан ысын мәғәнәһендә рухи аҙыҡ ейәм. Махсус рәүештә милли кейем тектерҙем, бер оҫтанан уҡ эшләтеп алдым, һаҙаҡты һәм краганы үҙем бәйләнем, — тип һөйләй ул. —  Ошо ярыштар арҡаһында республиканың күп төбәктәрендә булдыҡ. Матурлыҡ буйынса Башҡортостаныбыҙға тиң ер юҡ икән!

Уҡ атыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙың байрам һайын яңынан-яңы, бай милли кейемдәрҙә йөрөүе Ленаның да башҡортлоҡ сәменә теймәй ҡалмай. Заказ буйынса шау мәрйендән селтәр, һаҡал, тәңкәләре сыңлап торған хәситә эшләтә, ҡашмаулы, төлкө бүрекле лә була. Күлдәк-камзулдары иһә бер нисә төрлө. Бына шул зиннәтле кейемдәрҙе аттар менән фото төшөргә теләүселәргә ҡуртымға бирә ул. Коллекцияһын ир-егеттәр кейемдәре менән дә тулыландырған. Киләсәктә ҡапҡа эсендә этнофотозона булдырыу хыялын тормошҡа ашырыу теләге менән яна.

Кейемгә ҡарап ҡаршылайҙар тигән мәҡәлде, уғатарҙар ярышына бороп, мәргәнлеккә ҡарап оҙаталар тип тамамлағы килә. Лена Йәһүҙина ике йыл эсендә байтаҡ ярыштарҙа ҡатнашып, үҙен мәргән уҡсы итеп танытҡан. Хәҙер ул професионалдар араһында ярыша. «Башҡорт атышы» (Өфө районы, Шамонин ауылы), «Бейеш батыр» (Әбйәлил районы), «Баҡшай мәргәне» (Учалы районы)  турнирҙарында — I, Баймаҡ һабантуйында  III урын алыуы тураһында һөйләгән дипломдары өй түрен биҙәй.

 

...тағы ла аттар хаҡында

— Күгәрсен, Маршал, Красавчик (Бьютифул), Ҡарағат, — аттары тураһында Лена сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер.

Һәр береһенең холоҡ-үҙенсәлектәре төрлөсә. Уйнаҡлап торан йәш тай — Ҡарағатты яңы өйрәтә башлағандар. Ҡалған өсәүһе «Ауҙарыш», «Ылаҡ» уйындарында күп тапҡырҙар хужаһына еңеү килтергән. Йыуаш холоҡло, аҡыллы малҡайҙар. Улар клинеттар менән эшләгәндә ышаныслы, сит кешеләрҙән, камеранан өркөп бармайҙар. Аттарҙың иң олоһо Күгәрсен, ул быйылдан хаҡлы ялда, бүтән ярыштарға йөрөтмәйҙәр. Ә Красавчик — бәйге саптары. Сафия уның менән яңыраҡ Бөрйәндә «Урал батыр» ҡышҡы уйындары сиктәрендә уҙған ат сабышында  II урын яулаған, былтыр Тупаҡта ла призлы урынға өлгәшкән.

Сая, рухлы әсәнән шундай уҡ бала тыуыуы тәбиғи. Әйткәндәй, ҡыҙҙары араһында өлкәне генә ат тип үлеп бара, ти әсә. Ҡыҙыҡай «Юрға» ат-спорт мәктәбен тамамлаған. Әлеге ваҡытта Т. Кусимов исемендәге гимназияла 9-сы класта белем ала. Әсәле-ҡыҙлы икәү аттар тәрбиәләүҙе көс күрмәйҙәр, ашаталар, һуғаралар, ялдарын тарайҙар, аҫтарын таҙарталар. Ленаның мал табибы булыуы ла бик ҡулай, саҡматояҡ-ҡайсығолаҡтарының сәләмәтлектәрен күҙәтеп тора, дауалай. 5-се класта уҡыған Миләүшә менән биш йәше менән барған Дилбәргә күберәк әсәләренең ижади һәләте күскән, улар һүрәт төшөрөүгә әүәҫ. Үҫә төшкәс улар ҙа ат менеп сапмаҫ тип кем әйтмәҫ?

 

Блогер

Лена блогер ҙа. Инстаграмда йөкмәткеле итеп башҡортса үҙенсәлекле блок алып бара, бөтә тормош-йәшәйеше, ҡыҙыҡһыныу-шөғөлдәре тураһында шунда яҡтырта, аттары тураһында айырым һөйөү менән яратып һөйләй. Аккаунтының атамаһы ла «ат»лы уның. Ә аты ҡанатлы — Лена_толпар! Тырыш ҡатынға маҡсаттарына юл ярғанда ошо ҡанаттарының һис ҡасан талмауын, ҡапҡаһына даға ҡатылған нурлы  йорттоң ишеген бүтәнсә ҡайғы-хәсрәт ҡаҡмауын теләп ҡалам.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: