Унан инде йәш ғаилә Мораҡайға күсеп ҡайтырға ҡарар итә. Уңған, эшһөйәр йәштәр ауылда ла юғалып ҡалмай: ике ҡатлы йорт бөтөрөп инәләр. Әйткәндәй, йорттағы бөтә мебель Фәнзил Фәнил улының оҫта ҡулдары менән яһалған.
— Мәктәптә уҡығанда оҫтаханаға йөрөп, ағастан төрлө әйберҙәр эшләргә өйрәнгәйнем. Ағас эше оҡшаһа ла, өлкән кластарҙа, студент йылдарында ваҡыт етеңкерәмәне. Өй һалып ингәс, тағы яратҡан шөғөлөмә тотондом. Мин эшләгән йорт йыһаздарын күргәндәр, заказ да бирә башланы. Хәҙер инде мебелдән тыш, ишек, һандыҡ, гөл ултыртыу өсөн кәштә, баҫҡыс, сәңгелдәк кеүек әйберҙәр ҙә яһайым, — ти ул. — Хәҙер кешеләр ҡыйбатыраҡ булһа ла, тәбиғи материалдан эшләнгәндәренә өҫтөнлөк бирә, шуға күрә минең әйберҙәргә ихтыяж ҙур.
Фәнзил Фәнил улы, нигеҙҙә, ҡайын, имән, ҡарағай, уҫаҡ ағастары менән эш итә. Уның фекеренсә, үҙебеҙҙең төбәктә үҫкән ағастан етештерелгән йорт йыһаздары иң яҡшыһы.
Ағас оҫтаһы Фәнзил Тоҡомбәтовтың буш ваҡытын файҙалы үткәреү өсөн генә тотонған ағас шөғөлө хәҙер уның яратҡан һәм килемле һөнәренә әйләнгән.
— Эшеңде яратһаң, уны бар күңелеңде һалып башҡарһаң, уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Зауыҡлы, сифатлы әйберҙәрең күҙ яуын алып торасаҡ һәм уны һатып алырға теләүсе лә табыла һәм шуның менән һәр кем үҙенең шөғөлөн килемле итә ала. Бының өсөн теләк һәм тырышлыҡ ҡына кәрәк, — ти Фәнзил Фәнил улы.
Күңеленә ятҡан шөғөл менән төп эшенән, донъя мәшәҡәттәренән буш ваҡытында булыша ул. Фәнзил Фәнил улы Яңы Балапан мәктәбендә хеҙмәт дәрестәрен алып барыуҙан тыш, хужалыҡ мөдире вазифаһын да башҡара. Нурия Хөснитдин ҡыҙы иһә Мораҡай башланғыс мәктәбендә ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы уҡырға-яҙырға өйрәтә.
Тоҡомбәтовтар ғаиләһе ауылда күптәргә үрнәк булырлыҡ. Татыу ғаиләлә ата-әсә наҙына күмелеп өс бала буй еткерә.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.