Бөтә яңылыҡтар
10

"Әкиәтем ары китте, үҙем - бире..."

Район балалар ижады йортонда башланғыс класс уҡыусылары араһында «Һаумы, һаумы, Әкиәт!» район конкурсы уҙҙы. Туған телгә һөйөү, халыҡ ижадына иғтибар уятҡан, иң мөһиме яҡшылыҡҡа, изгелеккә өндәгән, өйрәткән бәйге маҡсатына өлгәште.

Сағыу таланттар, тасуири, матур итеп әкиәт бәйән итеүсе тел оҫталары бар Әбйәлилдә! Тимәк, телебеҙҙең киләсәге лә бар тигән ышаныс тыуҙырҙы ул. 

Конкурс ике төркөмдә баһаланды. Әкиәтте сәхнәләштереүселәр һәм яңғыҙ һөйләүселәр араһында. Жюри туған тел һағында эшләүсе педагогтарҙан торҙо. Улар йәш әкиәтселәрҙең импровизация оҫталығына, телмәр үҫешенә, тауыш көсөнә, артистизмына, аудиторияны йәлеп итә белеү һәләтенә, сәхнә кейеменә, атрибуттар һәм декорацияға ентекле иғтибар бүлде.

Донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә яңғыратҡан иң изге, эскерһеҙ, тылсымлы, мөғжизәле бәйге ул «Һаумы, һаумы, Әкиәт!» конкурсы. Быйылғы конкурс ҡатнашыусыларҙың күпселектә башҡорт халыҡ һәм башҡорт телендә яҙған авторҙар әкиәттәренә мөрәжәғәт итеүҙәре менән айырылды. Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады бик бай шул!

«Әкиәтте сәхнәләштереү» номинацияһында жюри һәм тамашасылар иғтибарына ике генә номер тәҡдим ителде. Ишкилде башланғыс мәктәбе уҡыусылары «Башаҡ» тигән украин халыҡ әкиәтен ҡуйһа, Дәүләт урта мәктәбенең 1-се класс уҡыусылары ролдәргә бүленеп киң билдәле рус халыҡ әкиәте «Шалҡан»ды уйнаны һәм, ярашлы рәүештә, беренсе-икенсе урында билдәләнде.

Ә бына яңғыҙ башҡарыусылар араһынан иң-иңдәрҙе билдәләүе жюриға бергилке ҡыйыныраҡҡа тура килде. Сөнки быйылғы конкурс та сағыу таланттарға бай булды. Һәр ҡатнашыусы үҙенең хислелеге, актерлығы, ихласлығы, маһирлығы менән айырылып торҙо. Үҙенсәлекле һәм мауыҡтырғыс сығыштар сағыу образдар һәм декорациялар, йырҙар һәм музыкаль инструменттарҙа уйнау менән оҙатылып барҙы. «Яңғыҙ номер башҡарыу» номинацияһында икенсе-өсөнсө урындар бөтөнләй булманы. Өс грамота ла I урын тигән яҙыу аҫтында бирелде. Бына улар — Бәхтийәр Муллахмәтов (Т. Кусимов исемендәге гимназия, 3-сө класс), Риана Хәйбуллина (гимназия, 2-се класс), Айгизә Мөхәмәтшина (Йәнгел урта мәктәбе, 3-сө класс). Был оҫта әкиәтселәр өсөһө лә конкурсҡа башҡорт халыҡ әкиәттәрен һайлаған. Бәхтийәр шундай  мауыҡтырғыс итеп «Әбйәлил»де бәйән итте, «Әтәс нимә тип ҡысҡыра?» тигән һорау-әкиәткә ҡойоп ҡуйған әртис Риана яуап бирҙе, ҡатмарлы ғына «Күк һыйыр» әкиәтен һайлаған Айгизә хисле сығышы менән алдырҙы, һамаҡлау, ҡумыҙҙа уйнау алымдарын оҫта ҡулланды.

Бөтә тамашасыларҙы ла ауыҙына ҡаратып ҡуйған иң шәп әртис — Ташбулат урта мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы Ләйсән Таһирова булды. Ул Айһылыу Йәғәфәрованың «Төлкөбикә» әкиәте буйынса бер үҙе миниспектакль ҡуйҙы тиһәм дә арттырыу булмаҫ. Ҡыҙыҡай төлкө фиғелен — хәйләкәрлеген, мәкерлеген, ҡылыҡ-ишараларын шул тиклем оҫта сағылдырҙы, берсә көлдө, берсә иланы. Һәм хаҡлы рәүештә «Артистизм һәм импровизация һәләте» номинацияһында еңеү яуланы. Был номинацияла икенсе урын Башҡорт халыҡ әкиәте «Шайтан менән ялҡау» менән сығыш яһаусы Рысҡужа башланғыс мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Данил Ҡотләхмәтовҡа бирелде. Өсөнсө урынға Ишбулды урта мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы Лилиә Әлимғужина башҡорт халыҡ әкиәте «Кәзә үҙенә нисек йорт һалған?» әкиәтендә төрлө ролдәргә оҫта инеүе менән лайыҡ булды.

«Йәш әкиәтсе» номинацияһы, әлбиттә, иң кескәй уҡыусыларға бирелде. 1-се Асҡар урта мәктәбенән Айгөл Зарипова беренсе урынға лайыҡ булды. Ҡыҙыҡай ҡурсаҡ театры форматында башҡорт халыҡ әкиәте «Төлкө менән торна»ны һөйләне лә, уйнаны ла. Икенсе урында Атауҙынан Юлиана Сафуанова билдәләнде. Ул күләмле генә «Ҡуян менән арыҫлан» әкиәтен бер яңылышмай бәйән итте. Рус халыҡ әкиәте «Тирмәкәй»ҙе ҡурсаҡтар ярҙамында сәхнәләштергән Ҡушый мәктәбенән Йәсминә Әхмәрова өсөнсө урын алды.

«Тамашасы һөйөүе» номинацияһында беренсе урын башҡорт халыҡ әкиәте «Таң батыр» менән сығыш яһаусы Байым урта мәктәбенән 3-сө класс уҡыусыһы Рамаҙан Миңдебаевҡа бирелде. Икенсе урынға көйәнтәләп һыуға барып, йырлай-көйләй «Шишмә» әкиәтен бәйән иткән Амангилде урта мәктәбенән 4-се класс уҡыусыһы Әзизә Даушева лайыҡ булды. Өсөнсө урынға «Күңел аҙығы» әкиәте менән Күсем руднигы урта мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы Әминә Ҡотоева сыҡты.

«Еңеүгә ынтылыш» номинацияһында беренсе урынға «Ай ҡыҙы» башҡорт халыҡ әкиәтен һөйләүсе Шәрип башланғыс мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы Таңсулпан Хашимова лайыҡ булды. Икенсе урын Әбделмәмбәт урта мәктәбенән 3-сө класс уҡыусыһы Гөлнур Дауытоваға бирелде. Ул бик тырышып башҡорт халыҡ ижадынан «Күк һыйыр» әкиәтен өйрәнгән. Өсөнсө урын Рысҡужа башланғыс мәктәбенән 3-се класс уҡыусыһы Миләүшә Асҡароваға бирелде. Миләүшә «Ат ҙурлыҡ ҡуян» тигән француз халыҡ әкиәтенә мөрәжәғәт иткәйне.

Әкиәт иленән берәү ҙә буш ҡул менән ҡайтманы. Һәр ҡатнашыусыға бүләктәр әҙерләнгәйне. Ҡатнашыусы дипломына лайыҡ булыусы Гөлсиә Исҡаҡоваға (Амангилде, 1-се класс), Гүзәлиә Йәмилхинаға (Ишҡол, 2-се класс), Нурбулат Яныбаевҡа (Хәмит, 2-се класс) һәм Физәлиә Мостафинаға (Рысҡужа, 3-сө класс) жюри киләсәктә мотлаҡ призлы урындар яулаясаҡтарына ышаныс белдереп, сәхнәлә ҡыйыуыраҡ булырға, оялмаҫҡа, ҡысҡырып һөйләргә кәңәш итте.

Әкиәт ары китте. Уның  тылсымлы мөхитендә баласаҡ тураһындағы йылы хәтирәләргә сорналып, изгелеккә, яҡшылыҡҡа ышанған саф күңел менән ғәҙәти ысынбарлыҡҡа кире ҡайттыҡ.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: