Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
14 Март , 17:00

Изге әсә лә ул, гүзәл эшсән дә ул...

Үтәгәндә ғүмер кисергән Халиса Төхбәтова йәштәргә өлгө күрһәтеп, бер саранан да ҡалмай, хатта башлап йөрөүсе лә.  Тау башына “Тыныслыҡ” тип яҙыу таш ташыуҙа ла беренсе булып йөрөнө ул, балалар майҙансығын, мәсет баҡсаһы кәртәһен буяуға ла тәүгеләрҙән булып сыҡты,  МХО яугирҙәренә ярҙамға маскировкалау селтәре үреүгә лә иң алда килеп етте, яҡташтарыбыҙға күпләп ойоҡ-бирсәткәләр бәйләп тә ебәрҙе ул..

Изге әсә лә ул, гүзәл эшсән дә ул...
Изге әсә лә ул, гүзәл эшсән дә ул...

1960 йылдың 14 мартында Үтәгәндә Гөлйыһан һәм Ҡәҫтәрәм Садиҡовтар ғаиләһендә донъяға килә ул. Шуҡ, тиктормаҫ ҡыҙ бәләкәйҙән һәр эшкә тығылып, өйрәнеп, ата-әсәһенең ҙур ярҙамсыһы була. Урмансылыҡта эшләгән атаһы артынан урман-тауҙар буйлап эйәреп йөрөп, ер-һыу атамаларын танып, тәбиғәт серҙәрен өйрәнә. Ул әле лә өйҙә генә ултыра алмай, урман гиҙеп сыға ла китә, тәбиғәттән көс-хәл туплап, күңеле күтәрелеп ҡайта. Урман-ҡырҙарҙа үҫкән сәскәләрҙе бигерәк ярата, баҡсаһында ла улар өҫтөнлөк итә.

Элек тау яғында, ғәҙәттә, бесән әҙерләү ике-өс ай дауам иткән. Шуғалыр ҙа Халиса мәктәпкә лә бесән эшләп ятҡан ерҙән барған. Әсәһе иртәнсәк йылғала йыуындырып, сәсен икенән шаҡырайтып үреп, ҡулына ялан сәскәләре тотторған да оҙатҡан белем алырға.

Ҡыҙыҡай мәктәптә яҡшы уҡый, айырыуса уға башҡорт теле, тарих фәндәрен оҡшата. Мәктәпте тамамлағас, башҡа тиҫтерҙәре кеүек уҡыуын артабан дауам итә алмай, сөнки  әсәһе ҡаты сирләп китә. Әлбиттә, өйҙә генә ятмай ул, фермаға һауынсы булып эшкә сыға. Эш башлауына күп тә үтмә, тырыш ҡыҙ һәр һыйырҙан иң күп һөт һауып алыуға өлгәшеп, алдынғылар исемлегенә инә. Уңған һауынсы тураһында тураһында "Осҡон" гәзитендә мәҡәлә лә баҫыла.

Бер аҙҙан Магнитогорск ҡалаһында бухгалтерҙар әҙерләү курсында уҡып, Амангилде ауыл Советында кассир булып эшләй башлай.

Нәҡ ошо йылдарҙа Рысҡужа егете Ирек Төхбәтов менән танышып, яҙмышын шуның менән бәйләй, йәш ғаилә Рысҡужа ауылында тормош көтә башлай. Бер-бер артлы балалары тыуа. Балалары бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, фермаға быҙау ҡарарға сыға. Шулай ҙа Хәлисә апайҙы әсәһе тәрбиәгә мохтаж булғас, уны тәрбиәләргә тип, Төхбәтовтар Үтәгәнгә күсенә. Бер-бер артлы балалары тыуа. Балалары йәш булыуға ҡарамаҫтан йәһәтләп эшкә сыға, быҙау ҡарай. Балаларын өләсәләре ҡараша.

Хужалыҡ тарҡалғансы, Халиса апай 31 йыл буйына бухгалтер ҙа, экономист та булып шунда эшләй. Тағы ла биш йыл почтальонка булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтеп ғәҙел хеҙмәт итә, намыҫлы эше диплом-грамоталар менән бүләкләнә.

Ирле ҡатынлы Төхбәтовтар ике ҡыҙ тәрбәиләп, оло тормош юлына сығара.

Зиләрә Башҡорт драма театрында актриса, иптәше Руслан Юлтаев менән Роберт һәм Әмилә исемле балалар тәрбиәләйҙәр. Дилара Мораҙым атлы егет менән ғаилә ҡорған, уларҙың ғаиләһендә Ислам, Исмәғил, Камилла буй еткерә. Ҡыҙҙары отпуск мәлдәрендә, байрам-ялдарҙа ғаиләләре менән атай-әсәй йортона ҡайтып, ҡәҙерлеләренә төрлө эштәрҙә ярҙамлаша. Олатай менән өләсәй ҙә ейән-ейәнсәрҙәренең килеүен түҙемһеҙлек менән көтөп ала.

Үтәгән ҡатын-ҡыҙҙары уҙған йыл аҙағында Халиса Кәҫтәрәм ҡыҙын ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе итеп һайланы һәм яңылышманы. Нәҡ уның кеүек булдыҡлы, егәрлеләр ғына тарта ала бындай йөктө. Эшен уңышлы башлап ебәрҙе ул-үткән ике ай эсендә ауылда өс сара әҙерләп, бына тигән итеп үткәрҙе.

Һәр саҡ шулай дәртле, ярҙамсыл, изге күңелле булып ҡалығыҙ, Халиса апай.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: